❗Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына саҡырыу ҡағыҙы!👍🏻🔥🔥🔥
🌸Хөрмәтле дуҫтар! Йәкшәмбе көн ялығыҙҙы бар ғаиләгеҙ менән матур итеп үткәрергә теләйһегеҙме? Улайһа беҙҙең бәйге тап һеҙҙең өсөн!
10 апрель – Башҡорт дәүләт филармонияһында бик шәп тамаша! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мултиинструменталист Илнур Хәйруллиндың концерты. Тамашаның программаһы бик хәтәр! Унда башҡорт халыҡ көйҙәре лә, бөйөк классик композитор әҙәрҙәре лә, Илнурҙың үҙе ижад иткән композициялары ла яңғыраясаҡ. Бынан тыш һәр сығыш ҡом анимацияһы ярҙамында ҙур экранда һүрәтләнеп барасаҡ. Бындай матур, сихри тамашанан ситтә ҡалмағыҙ. Башлана көндөҙгө сәғәт өстә. (йәғни 15:00).
🌸Ә инде иң бәхетлеләр – Илнур Хәйруллиндың концертына саҡырыу ҡағыҙы ота ала! Икешәр кешелек ике саҡырыу ҡағыҙы! Вәт шәп бит!🔥
❗Шарттар бик ябай:
1. Ошо постҡа лайк ҡуй һәм үҙ сәхифәңә күсереп, беркетеп ҡуй.
2. Беҙҙең һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы төркөмөнә яҙыл.
❗Конкурстың һөҙөмтәһен ВК ҡушымтаһы ярҙамында билдәләп, 9 апрелдә киске ваҡытта ҡуйырбыҙ.
🌸Башланыҡ! Барығыҙға ла уңыштар! Филармониял концертта осрашҡанға тиклем!
🌸Илнур Хәйруллин тураһында белешмә:
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин үҙенсәлекле башҡарыу алымдары менән күптәрҙән айырылып тора. Уның һәләте һәм рухлы сығыштары күп һанлы тамашасыны әсир итте.
Илнур Ишембай районы Этҡол ауылы егете. Мәктәптә уҡыған саҡта беренсе уҡытыусылары Нурия Әбүбәкирова, баянсы Фәнит Усманов өйрәткән "Уралым", "Ҡара тауыҡ", "Айҙар ғынайым" йырҙары менән конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт беренсе урындар яулай торған булған. Ҡурай менән ҡыҙыҡһынып китеүенә ауылда табип булып эшләгән Хәйҙәр ағайҙың ҡурай бүләк итеүе сәбәпсе була. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. Ҡабул итең комиссияһы йәш ҡурайсының ынтылышын һиҙә һәм нота өйрәнергә ике аҙна ғына ваҡыт бирә лә, шунда уҡ икенсе курсҡа уҡырға алалар ҙа. Училищенан һуң институтта ла башта Ришат Рәшит улында, һуңынан Венер Йылҡыбаевта белем ала. Унан филармонияла Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов менән бергә эшләп, унан һаман да һабаҡтар алыуы менән ғорурлана.
Сәнғәт академияһында белем алған йылдарҙа уҡ “Торатау” этно-ансамблен ойоштора Илнур Хәйруллин. Коллектив уның етәкселегендә “Европа-Азия” Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып III, “Жубановская весна” Халыҡ-ара инструменталь музыка фестиваленән IV дәрәжә дипломдарын яулап ҡайта.
Әүҙем ижад иткән ҡурайсы артабанғы ижад юлында ла күп кенә Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа беренсе урындар яулай. Иң ҙур уңышы уның – 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында Олег Лундстрем оркестры менән сығыш яһау. Һуңынан Төркиә, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Болгария, Германия, Франция, Голландия, Чехия, Азербайжан, Канада, Австрия кеүек илдәрҙең сәхнә түрҙәрендә башҡорт ҡурайын яңғырата ул. Олег Ҡасимовтың джаз оркестры менән берлектә лә күп уйнай. Сочи ҡалаһында джаз фестивалендә ҡатнашҡан саҡта Игорь Бутман уның сығышын күреп, гала-концертҡа саҡыра. Унда егетебеҙ сәхнә түренә ауылдашы Илдус Әйүпов аулаған бүре толобон ябынып сығып, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа “Бүреләр һунары” импровизацияһын башҡара. Һәм ошо образды артабан да сәхнәлә ҡуллана ҡурайсы.
Артистың репертуары бай һәм күп яҡлы: боронғо башҡорт көйҙәре менән бер рәттән Бах, Моцарт, Шуберт кеүек билдәле композиторҙарҙың классик әҫәрҙәрен дә үҙ итә. Тап уның башҡарыуында Өфө тамашасыһы Витторио Монтиның «Чардаш»ын ҡурайҙа ишетте лә инде. Ул шулай уҡ Дж. Ласта, А. Пьяццолланың инструменталь композицияларын һәм үҙебеҙҙең Зәһир Исмәғилев, Нур Дауытов, Урал Иҙелбаев әҫәрҙәрен бер тигеҙ оҫталыҡта ишеттерә ала.
Илнур Хәйруллин бер-нисә ижади проект авторы. Шуларҙың береһе “Бүреләргә һунар” тип атала. Бында музыкант өзләү, ҡумыҙ, ҡурай мөмкинлектәрен файҙаланып, тауышын төрләндереп тотош бер моно-спектакль ҡора. Бүре олоуы, аттар тояғы тауышы, айғыр кешнәүе, өкө ҡысҡырыуы һәм башҡа серле ауаздар сығарып көсөргәнешле сюжет булдыра.
#ИринаЗахарова